Сара 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә үтте. Гүзәл Мәснәүиева, Фәйрүзә Сафиева, Хәмиҙә Ҡасимова, Рәйсә Бакина, Зөбәржәт Әминева, Флүрә Әхмәтғәлиева, Зилара Мөғинова төрлө эслекле бәлеш бешереп алып килгәйне. Был тәмле ҡамыр ризығының ниндәйе генә юҡ ине: ҡаҙ, ҡуян, тауыҡ, оло мал итенән, баландан. Иң оло әүҙем һәүәҫкәр артист Винария апай Әхмәтова сәксәк бешергән. Аш-һыуға оҫта гүзәл заттың һәр береһе үҙенең бәлешенең рецебы менән таныштыра. Сара йыр-моң, бейеү менән үрелеп бара. Аш-һыу тураһында йомаҡтар, мәҡәлдәр әйтешәләр.