Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Баҙансаттар онотолоп барған йоланы тергеҙҙе

Ҡышлауйылға мәҙәниәт йортонда “Мунсала һалыу” йәки икенсе төрлө “Ҡабыҡ төшөрөү” йолаһы үтте. Төп ролде мәғариф ветераны, ауыл аҡһаҡалы Рәфҡәт ағай Кирәев оҫта итеп башҡарҙы.

“Мунсала һалыу” йолаһы VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә күрһәтелде. Баҙансаттар онотолоп барған йоланы тергеҙеп, йүкәнән эшләнгән әйберҙәр менән таныштырҙы. Мунсаланың көнкүрештәге әһәмиәте тураһында һөйләп, һәүәҫкәр артистар йоланы еренә еткереп күрһәтте.Төп ролде 84 йәшлек мәғариф ветераны Рәфҡәт ағай Кирәев башҡарҙы. Еңгәләр ролендә Мөнирә Солтаншина, Раушания Нәжмиева, Гөлназ Шәрипова, Әлфинә Моратова, Иралия Ғәлина, Олеся Фәтхиева матур итеп сығыш яһаны, шулай уҡ һәләтле мәктәп уҡыусылары Илзат Закиров, Вилдан Карамов та йолала ҡатнашты. Тамаша йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Һәүәҫкәр артистар шиғырҙар уҡыны, йомаҡтар систе. Сараны музыкаль яҡтан баянда Ралия Динмөхәмәтова биҙәне.
  • Элек-электән йүкә халҡыбыҙ көнкүрешендә бик тә кәрәкле ағас һаналған. Ул йомшаҡ булғанлыҡтан, төрлө һауыт-һаба, мискәләр эшләгәндәр, уйынсыҡтар, сувенерҙар юнғандар. Йүкә ағасын һалабашҡа ла һалғандар. Уның яҙ көнө ҡабығы еңел ҡубыусан була, шул саҡта ҡабығын һыҙырып аҡмай торған һыуға батырғандар. Йүкә ағасы башҡорт халҡы көнкүрешендә бик ҙур урын биләгән. Беҙ был йолала шуны күрһәтергә тырыштыҡ. Хәҙер заманалар үҙгәргәс, бындай халыҡ кәсептәре онотолоп бара. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы йәштәребеҙ ҙә белһен ине, — тип һөйләне Ралия апай Динмөхәмәтова.
  • Илһөйәр Махатова.
    Читайте нас