Китапхананың баш китапханасыһы Рина Муллахан ҡыҙы ауылдаштары өсөн “Үҙ өйөм ҡыйығы аҫтында” тип исемләнгән фольклор сәғәте үткәреп, ҡунаҡтарҙы беҙҙең яҡта йәшәгән төрлө милләт халҡының традициялары, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли кейемдәре менән таныштырҙы. Сарала ҡатнашыусылар элекке көнкүреш әйберҙәре, һауыт-һаба менән танышты. “Шуныһы ҡыуаныслы, улар оло быуын кешеләренең хәстәрлеге, һаҡсыллығы арҡаһында беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Беҙ хәҙер улар ярҙамында йәш быуынды өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың көнкүреше, йәшәйеше менән таныштыра алабыҙ”, — тип һөйләне Рина Муллахан ҡыҙы.
Элекке бергәләп кис ултырыуҙарҙы иҫкә алып, ҡунаҡтар “Кис ултырыу”ҙа ла ҡатнашты. “Балдаҡ һалыу” уйынын уйнанылар, башҡорт һәм татар таҡмаҡтарын йырланылар, сара аҙағында бергәләп тәмле самауыр сәйе эсеп, милли ризыҡтарҙан ауыҙ иттеләр.