Ҡала тарих музейында бына инде биш йылдан артыҡ эшләп килгән “Ебәк юлы” туҡыусылыҡ үҙәге республикала ғына түгел, унан ситтә лә яҡшы билдәле. Хәҙер ул сауҙагәр Горохов өйөндә (элекке хәрби комиссариат бинаһы) урынлашты. Туҡыусылар был архитектура ҡомартҡыһына яңы һулыш өрҙө. Киләсәктә бирелә Кәсептәр йорто төҙөләсәк.
2015 йылдың октябрендә үҙәкте төҙөү инициативаһы менән Роза Ғарифуллина сыға. Ул ваҡытта бер туҡыу станогы ғына була, ул да музей экспонаты. Ошо эш өсөн янып йөрөгән тағы ла бер кеше — Андрей Кырчиков тырышлығы менән йөҙ йыллыҡ раритет эшләп китеп кенә ҡалмай, ә 30-ға яҡын яңыртылған һәм яңы туҡыу станоктары барлыҡҡа килә. Ә эш былай була. Бер ваҡыт “Бөрө алмаһы” фестиваленә килеп, Андрей Викторович үҙәктең күргәҙмәгә ҡуйылған станогы менән ҡыҙыҡһына һәм ошо көндән коллективҡа инеп тә китә. Әлеге ваҡытта ул республикала туҡыу станоктарын яһаусы һәм ремонтлаусы берҙән-бер оҫта. Уның эштәре үҙәктә лә, оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың өйөндә лә тора. Уға башҡа төбәктәрҙән дә заказ менән мөрәжәғәт итәләр.
Үҙәк етәксеһенән уның исеме менән ҡыҙыҡһынам: ни өсөн “Ебәк юлы”? Туҡыусылыҡ өсөн был туҡыма бик урынлы түгел дә инде. Был турала нигеҙләнгән һәм аңлайышлы яуап алдыҡ. Роза Вәкил ҡыҙының өләсәһе Ҡәнифә исемле була. Был исем боронғо төрки телендә “ебәк юлы” тигәнде аңлата. Бының башҡа сәбәптәре лә бар. Бөрө — һоҡланғыс ҡала, Башҡортостандағы барлыҡ туристик маршруттар ҙа уның аша үтә. Тимәк, был йәһәттән үҙәктең дә билдәле булып китеүе ихтимал, ә туҡыусылыҡ зауыҡлы ҡул эше статусын алырға мөмкин.
— Мин бәләкәй сағымда һәр ваҡыт өләсәйемә ярҙамлаша инем, туҡыу станогы аҫтында үҫтем тиергә була, — тип иҫтәлектәре менән уртаҡлаша Роза Ғарифуллина. — Хаҡлы ялға сыҡҡас, миңә кешеләр менән аралашыу етмәй башланы, һәм тарих музейы директоры Антон Антонов миңә боронғо станокка “йән өрөргә” ҡушҡас, ризалаштым. Минең тормоштағы һөнәрем ҡул эшенә бөтөнләй яҡын түгел ине, ләкин өләсәйемдең дәрестәре иҫтә ҡалған. Үҙем туҡыусылыҡ менән ҡыҙыҡһынып киттем, БДУ-ның Бөрө филиалында биҙәү-ғәмәли сәнғәттең теорияһынан һәм практикаһынан дәрестәр бирҙем, оло йәштәге оҫталарҙың һөйләгәндәрен яҙып барам, уларҙың һоҡланғыс эштәрен фотоға төшөрәм.
Тора-бара был шөғөлгә бөрөләр ҙә, йәштәр һәм хаҡлы ялдағылар, ҡушыла башлай. Был яңылыҡ тураһында күрше райондарҙан да ишетеп киләләр. Үҙәк етәксеһе уларҙы бушҡа өйрәтә, ә ҡунырға урындары булмағандарҙы өйөнә алып ҡайта. Шулай боронғо шөғөл менән ҡыҙыҡһыныусылар, уны үҙ итеүселәр арта.
Роза Вәкил ҡыҙы туҡыусылыҡҡа өйрәтеү һәм туҡыу станоктарын йыйыу, эрләү, сувенирҙар яһау буйынса дәрестәр алып бара. Әлеге ваҡытта ул 11 йәштән 70 йәшкә тиклемге 50-нән ашыу кешене бушлай уҡыта.
Үҙәк асылғандан алып, мотлаҡ оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелеп, ҡала һәм республика кимәлендә күргәҙмәләр байтаҡ үткәрелгән. Уларҙа һәр саҡ ижади мөхит. Ваҡытында “Урал” халыҡ ижады галереяһында үткән “Ебәк юлы” үҙәгенең интерактив күргәҙмәһе Өфө халҡы өсөн ҙур ваҡиға булды. Унда Бөрө коллективы баш ҡала ҡатын-ҡыҙҙарын ошо шөғөлгә ылыҡтырыу өсөн бара һәм улар, гәзит-журналдарҙа яҙылыуынса, маҡсаттарына ирешә. Туҡыусылыҡ менән быға тиклем бөтөнләй таныш булмаған кешеләр ҡыҙыҡһынып китә. Үҙәк ошо кәсептең онотолған техникаларын тергеҙеү маҡсатында төҙөлдө бит.
Күптән түгел ҡалала Бөрө, Өфө һәм Архангел райондары туҡыусыларының Сибай сәнғәт колледжы студенттары менән осрашыуы гөрләп үтте. Форум Кәсептәр йортонда һәм ҡала тарих музейында ойошторолдо. Программаға башҡорт кейеме аксессуарҙарын яһау, һарыҡ, дөйә йөнөнән, кәзә мамығынан ҙур шәлдәр һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре инә. Өс көн буйына тәжрибә уртаҡлашалар, яңы идеяларҙы, тәьҫораттарҙы һанап бөтөрөрлөк түгел, ти унда ҡатнашыусылар.
Студенттар яңылыҡтар белеп кенә ҡалмай, ә Башҡортостандың биҙәү-ғәмәли сәнғәте тарихына башкөллө сума. Күп быуатлыҡ үҫеш юлында башҡорт халҡы ауыр, ләкин данлы юл үтә, ләкин үҙенең телен, мәҙәниәтен һәм үҙенсәлеген юғалтмай. Яңыртылған халыҡ кәсептәре лә быларҙы дәлилләй. Быйылғы Башҡорт тарихы йылы былтырғы Башҡорт теле йылын дауам итеүе менән дә үҙенсәлекле. Тел менән тарих бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә.
Бөгөн “Ебәк юлы” туҡыусылыҡ буйынса методик һәм консультация үҙәге булып тора. Бирелә ҡалала һәм районда тармаҡтың әлеге торошо тураһында мәғлүмәт йыйыла, кәсептең заманса һәм боронғо традициялары симбиозы төҙөлә. Бөрө ҡул эше оҫталары яңы техниканы өйрәнә, ҡабатланмаҫ балаҫтар, шәлдәр, билбауҙар, йөн ептән дорожкалар, япмалар һуға, шарфтар һәм сумкалар уйлап сығара. Был эштәрен улар халыҡҡа йәйен Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһында ҡыйыу тәҡдим итә ала.