Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан тиһәң, нимә күҙ алдына килә?

Республикала Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан төбәктең йолаларына һәм тарихына бәйле роликтар төшөрөү бара. Шулай уҡ халыҡ-ара форумдың символына конкурс та дауам итә. Мәҫәлән, боронғо сәнғәттә заман элементтарын индереү алымы ҡулланылып, фольклориада түшелдеректәренә ошо сараның логотибы төшөрөлгән тәңкәләр ҙә тағыласаҡ.

“Фольклориада-2020” медиатөркөмөнөң матбуғат секретары Айгөл Кантюкова әйтеүенсә, логотип уйлап табылһа ла, фестивалдең символы әле раҫланмаған. Бөгөн конкурсҡа 57 эш тәҡдим ителгән. Араларында бик тә үҙенсәлеклеләре бар: мәҫәлән, был ярыш хаҡында интернет аша белеп ҡалған Мәскәү авторы ҡыҙыҡлы ат һынын эшләп ебәргән. Күптәр Башҡортостанда үтәсәк сараның символы ат булырға тейеш, тигән фекерҙә. Быны боронғо эпос, халыҡтың көнитмеше ошо йән эйәһенә бәйле булыуы менән раҫлайҙар. Әйткәндәй, сара барышында ҡунаҡтарҙы атта йөрөтөү ҙә ҡаралған.
Өфөнән Вадим Дилмөхәмәтов символ итеп башҡорт нағыштары менән биҙәлгән йөрәк тәҡдим итә, шулай уҡ сувенир продукцияла ла ошо символды ҡулланырға була, тип иҫәпләй. Эксперт Илшат Байбурин фекеренсә, сараның символы Башҡортостанды башҡа илдәрҙән, сараларҙан айырып торорға тейеш.
Сараның символын эшләү конкурсының баһалама төркөмө рәйесе, рәссам Айрат Тереғолов талисман-бетеү артабан да сувенирҙар эшләү өсөн тура килергә, ниндәйҙер тере йән эйәһе булырға, төҫлө һәм аҡлы-ҡаралы форматта аңлашылып торорға тейеш, тигән фекерҙә.
Әммә баһалама төркөмө ағзалары, символды бары тик тере йән эйәләренә генә бәйләргә кәрәкмәй, тип тә иҫәпләй. Тик идея, фекерҙәр ҡыҙыҡлы булыуы мөһим. Конкурста ҡатнашыусыларҙың эскизын артабан профессионалдар еренә еткереп ҡуясаҡ.
“Фольклориада-2020” символына конкурс дауам итә. Алдан хәбәр ителгәнсә, унда һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Сит илдәрҙән дә конкурсанттарҙың булыуы ихтимал.
Автор: Лариса Абдуллина
Читайте нас: