“Тере шишмәләр” халыҡ ижады район фестиваль-смотры сиктәрендә Солтанай мәҙәниәт йорто сәхнәһендә упҡанкүлдәр ҙә сығыш яһаны. Сараны Зөлфиә апай Кәлимуллина етәкселегендә ағинәйҙәр мөнәжәттәр әйтеүҙән башланы.
Артабан Упҡанкүл мәҙәниәт йортоноң “Аулаҡ өй” фольклор коллективы “Мунсала сығарыу” (икенсе төрлө “Һалабаш һалыу” тип атала) йолаһын күрһәтте. Элек-электән йүкә халҡыбыҙ көнкүрешендә бик тә кәрәкле ағас һаналған. Ул йомшаҡ булғанлыҡтан төрлө һауыт-һаба, мискәләр эшләгәндәр, уйынсыҡтар, сувенерҙар юнғандар. Йүкә ағасын һалабашҡа ла һалғандар. Уның яҙ көнө ҡабығы еңел ҡубыусан була, шул саҡта ҡабығын һыҙырып аҡмай торған һыуға батырғандар. Бер ни тиклем ваҡыт һыуҙа тотҡандан һуң, йүкә ҡабыҡтан ҡубыр хәлгә еткәс, өмә яһап, уны һыуҙан сығарып, мунсалаһын ҡуптарып алып, йыуып, киптерергә элгәндәр. Ошолар һәм мунсаланың көнкүрештәге башҡа әһәмиәте тураһында һөйләп, упҡанкүлдәр йоланы еренә еткереп күрһәтте.
Тамаша йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Хаҡлы ялдағы Рәйсә апай Бакина, Тәфтиә апай Мәһәҙиева, Гүзәл апай Мәснәүиева, Фәйрүзә апай Сафиева, Флүрә апай Әхмәтғәлиева, Винария апай Әхмәтова ролдәрҙе ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы. Шулай уҡ Урал Нәүширбанов, уҡыусы ҡыҙҙар — Илина Хәзипова, Назгөл Әминева, Ленара Насретдинова йолал күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнашты. Музыкаль яҡтан сараны Зәкиән Әхмәтов биҙәне.
— Йүкә ағасы башҡорт халҡы көнкүрешендә бик ҙур урын биләгән. Беҙ был йолала шуны күрһәтергә тырыштыҡ. Хәҙер заманалар үҙгәргәс, бындай халыҡ кәсептәре онотолоп бара. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы йәштәребеҙ ҙә белһен ине. Бөгөнгө сараға килгәндә, репетицияларға апайҙарыбыҙ теләп йөрөп, яҡшы әҙерләндек. Был йоланы Ватанды һаҡлаусылар көнөндә үҙебеҙҙең ауылда ла күрһәтергә уйлап торабыҙ. Солтанайҙарҙың сығышы ла бик оҡшаны. Бөгөнгө саранан яңы көс-дәрт, алдағы эштәргә сәм, илһам алып ҡайттыҡ, — тип һөйләне Упҡанкүл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни сараларҙы ойоштороусыһы, коллектив етәксеһе Зөбәржәт Ғәфиф ҡыҙы Әминева.