“Тере шишмәләр” халыҡ ижады район фестиваль-смотры сиктәрендә Солтанай мәҙәниәт йортоноң “Умырзая” фольклор коллективы “Ҡар һыуына барыу” йолаһын сәхнәләштереп, жюри ағзаларының юғары баһаһын алды. Улар үҙҙәренең матур сығышы, берҙәмлеге, оҫта уйнауы менән тамашасыларҙы һоҡландырҙы.
Был көндө Солтанай мәҙәниәт йортонда Упҡанкүл һәм Солтанай һәүәҫкәрҙәре сығыш яһаны. Ҡунаҡтарҙы сәк-сәк, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алғандан һуң, Зөлфиә Кәлимуллина етәкселегендәге Упҡанкүл ауылы ағинәйҙәре сараны мөнәжәттәр әйтеп асты.
Артабан “Умырзая”лар “Ҡар һыуына барыу” йолаһын күрһәтте. Борон-борондан беҙҙең халыҡта март аҙағында, апрель башында, бурандар тынып, ҡар ирей башлағас ҡар һыуына барыу йолаһы булған. Элек заводтар булмағас, төрлө химик матдәләр ҡулланылмаған, тәбиғәт тә, һауа ла әлеге кеүек зарарланмаған, бысранмаған, шуға ҡар һыуы таҙа булған. Һыу ала торған урынды ололар алдан билдәләгән. Һыуҙы алып ҡайтҡас, ҡатын-ҡыҙҙар теләктәр теләп сәй ҡайнатҡан, битен, сәсен йыуған. Әсәйҙәр һыу менән балаларын да ҡойондорған. Ҡар һыуы күҙ тейеүҙән һаҡлай тигән инаныу йәшәгән халыҡта. Хатта боронғолар ҡар һыуын “зәм-зәм” һыуы тип тә йөрөткән. Бына ошолар тураһында солтанайҙар тәфсирләп һөйләп, йыр-бейеүҙәр, уйын-көлкө менән, йомаҡтар ҡойоп, һынамыштар әйтешеп, йоланың асылын тамашасыларға тулыһынса еткерә алды. Фидания Шәйхетдинова — Әсә, Рәйсә Сәләхетдинова, Альбина Зәйнуллина — ҡыҙҙар, Зимфира Хәлитова, Эльза Йосопова, Илүсә Суфиянова — еңгәләр, Фәнзәлиә һәм Ынйы Сәләхетдиновалар йәш ҡыҙҙар ролен ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы. Шулай уҡ Венер Әбдрәхимов улы Нияз менән, Илнарис Сәмиғуллин да егеттәр ролендә сығыш яһаны. Сараны музыкаль яҡтан Солтанайҙың оҫта гармунсыһы Рауил Шәйхетдинов биҙәне.
Упҡанкүл мәҙәниәт йортоноң “Аулаҡ өй” фольклор коллективы “Мунсала сығарыу” йолаһын күрһәткәндән һуң “Тере шишмәләр” халыҡ ижады район фестиваль-смотрының штандартын тапшырыу тантанаһы үтте. Уны Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Әминев Петропавловка ауыл биләмәһе башлығы Альбирт Ҡәҙимовҡа тапшырҙы.