Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ йолаларын һаҡлайҙар

Ҡариҙел районы Яңы Муллаҡай ауылы китапханаһында гүзәл заттар һәм ҡул эше оҫталары “Кис ултырыу” йолаһына йыйылды.#всемирнаяфольклориада #всемирнаяфольклориада2020 #Folkloriada2020 #WorldFolkloriadaRussia #FolkloriadaUfa #CIOFF #CIOFF_Russia #Ufa#годбашкирскогоязыка #башҡорттелейылы #башҡорттеледәүләттеле

Тәүҙә сәйәсәт тураһында һөйләшеп, донъя, республика, район яңылыҡтары менән таныштылар. Артабан Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған саралар планы төҙөлдө. Китапханасы Гөлнара Сабитова яңы китаптар һәм журналдар менән таныштырҙы. Мәсхүдә Ғәлиәкбәрова ҡайһы бер боронғо халыҡ уйындары һәм йырҙарының килеп сығыу тарихы тураһында һөйләне. Бергәләп “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә” йырын өйрәнделәр.
Фойела ауылдың ҡул эше оҫталары Мәскүдә Ғәлиәскәрова, Рәүиә Мерцалова, Зөлфә Нәсибетдинова, Гөлнара Сабитованың эштәренән матур күргәҙмә ойошторолдо. Мөнирә Туҡтағолова һәм Альбина Шәһәбетдинова яңы биҙәктәр бәйләргә өйрәтте. Осрашыу бергәләп сәй эсеү менән тамамланды.
Ял ваҡыттарын ошолай бергәләп файҙалы үткәреү бик ҡыҙыҡлы. Өйгә беҙ бирегә тағы килергә һөйләшеп таралыштыҡ. Шундай әүҙем, матурлыҡҡа, сәнғәткә ғашиҡ, эшһөйәр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ — халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаусылар булғанда ауылдарыбыҙҙа ата-бабалар рухы һүнмәҫ, тип уйлайым. Ауыл ерендә бындай саралар үткәреү бик урынлы.
Нәзилә Әхкәметдинова.
Яңы Муллаҡай ауылы ветерандар советы рәйесе.
Читайте нас: