Бөтә яңылыҡтар

Йыр-моң һөйөүселәр иғтибарына!

15 февралдә Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда беренсе тапҡыр “Тыуған ерем моңдары” тигән халыҡ һәм автор йырҙарын башҡарыусыларҙың фестиваль-конкурсы үтә.Тулыраҡ:

— Был конкурс беренселәй райондашыбыҙ, бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында эшләүсе Винарис Абдуллин инициативаһы буйынса ойошторола районыбыҙҙа. Беҙҙең ерлегебеҙгә генә хас халҡыбыҙҙың онотола барған йырҙарын тергеҙеү, талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау һәм пропагандалау, уларҙың башҡарыу оҫталығын камиллаштырыу һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелә был сара.Шуға ауылдарҙа йыр-моң яратҡан, бик танылыу алмаған, үҙебеҙҙә генә башҡарылған йырҙарҙы һәм автор йырҙарын башҡарыусыларҙы әүҙемерәк, ҡыйыуыраҡ булып, был бәйгелә ҡатнашырға саҡырабыҙ, — тине Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова.
Наилә Имаева.
Читайте нас: