Бөтә яңылыҡтар

Штандарт юлын дауам итә

Бөгөн «Тере шишмәләр» халыҡ ижады район смотр-фестивале штандартын Солтанбәк ауыл Советы Ҡашҡа ауыл Советына тапшыра.


VI Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә бөгөн «Тере шишмәләр» халыҡ ижады район смотр-фестивале сиктәрендә Сураш ауылы клубында йола байрамы үтә. Солтанбәктәр ауыл мәҙәниәт йорто методисы Ралиф Муллаянов етәкселегендә ”Ҡотло булһын һыу юлы” йолаһын сәхнәләштерә. Һыу юлы йолаһының төп маҡсаты - әле генә төшкән киленде төбәк, ер-һыу менән таныштырыу. Төп ролдәрҙе “Ауылым моңдары” халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле ағзалары һәм уҡыусылар башҡара.

Сураштар жюри алдында “Орсоҡ өмәһе”н сәхнәләштерә. Улар ҙа халҡыбыҙҙың йыр-бейеүҙәрен, уйындарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тегеҙеүгә ирешә.

Коллективтарҙың сағыу сығышынан һуң солтанбәктәр фестиваль-марафон штандартын ҡашҡаларға тапшыра.

Смотр-фестиваль сиктәрендә халыҡ оҫталарының ҡул эштәренән һәм аш-һыуҙарынан бай күргәҙмә лә әҙерләнә.



Наилә Имаева.
Читайте нас: