- "Экология" милли проектының алты йыллыҡ циклы яҡшы тамамлана тип әйтергә була. Республика өс федераль проектта ҡатнашты. Сибай, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән, Күмертау, Благовещен ҡалаларында эштәр тамамланған, 468 мең кеше йәшәү сифатын яҡшыртҡан, 56 гектарҙа сүплектәрҙе бөтөрөүгә ирештек.
Үткән йыл дүрт сүп-сар буйынса эш теүәлләнә, быйыл иһә Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары ваҡытынан алда эштәрҙе тамамлауға иреште. Контейнерҙар һәм контейнер майҙансыҡтары һанын дүрт тапҡырға арттырҙыҡ. Хәҙер беҙҙә 90 меңгә яҡын контейнер бар. Район үҙәге операторҙары һөҙөмтәле эшләй. Республиканың төньяғында йәшәүселәр сүп-сарҙы сығарыу сифатынан бик ҡәнәғәт түгел ине, беҙ ул проблеманы еңеп сыға алдыҡ. Сама менән 180 млн һум федераль аҡса йәлеп итеүгә, сүп-сарҙы алыу өсөн 12 700 контейнер һатып алыуға ирешелде. Был эш шулай уҡ «Экология» милли проекты буйынса башҡарылды. Ағымдағы йылда һыу объекттарын реабилитациялау, йылға үҙәндәрен таҙартыу эштәре башҡарылды. Һауаның таҙа булыуына ныҡ иғтибар бирелә.
Бөгөн ҡалдыҡтар Башҡортостандың барлыҡ торлаҡ пунктынан ойошҡан рәүештә алына.
Ил Президенты тарафынан 2030 йылға ҡалдыҡтарҙы 100% сорттарға айырыуҙы тәьмин итеү бурысы ҡуйылған. Әлеге маҡсаттарға өлгәшеү өсөн республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм утилләштереү буйынса өҫтәмә саралар булдырыла.
Республикала һауа торошон мониторинглау системаһы булдырылды. Атмосфера һауаһына бысраҡ матдәләр сығарыуҙы кәметеү маҡсаттарында ағымдағы йылдың ғинуарында республиканың эре предприятиелары менән килешеүҙәр төҙөлдө.
«Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектының «Экология» милли проекты буйынса 2024 йылда 15,3 мең ға майҙанда урман тергеҙелде.
Сығанаҡ: "Өмөт" гәзитенән ("Экология” милли проектының алты еллык циклы яхшы тәмамланды”)
Фото: shoes-web.ru