Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Июль , 11:09

Башҡортостанға ҡойма ямғырҙар килә

12 июлдән 13-өнә тиклем Башҡортостандың күпселек райондарында оҙайлы, көньяҡта һәм көнсығышта иһә көслө ямғырҙар көтөлә. 

Башҡортостанға ҡойма ямғырҙар килә
Башҡортостанға ҡойма ямғырҙар килә

12 июлдән 13-өнә тиклем Башҡортостандың күпселек райондарында оҙайлы, көньяҡта һәм көнсығышта иһә көслө ямғырҙар көтөлә. Урыны менән йәшен, ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе фаразлана.

«Таулы һәм көньяҡ райондарҙа йылғаларҙың ҡапыл ташыуы, гидротехник ҡоролмаларға ағымдың артыуы көтөлә. Урыны менән һыуҙың туғайҙарға сығыуы һәм уйһыу урындарҙы һыу баҫыуы ихтимал», — тип хәбәр итәләр «Башгидрометүҙәк»тән.

Сығанаҡ: «Башинформ».

 

Автор:
Читайте нас: