Бөтә яңылыҡтар
Экология
13 Март , 11:04

Марттың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?

Яҙ еҫе сығамы? Буранай тип юҡҡа ҡушмағандарҙыр - аҡман-тоҡман, бишҡунаҡ бурандары булыуы ихтимал.

Марттың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?
Марттың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?

Синоптиктар фаразлауынса, ҡыш бик сигенергә уйламай. Алдағы көндәрҙә һағынып көткән "+" күрһәткесле температура бик әкрен генә киләсәк. Моғайын, 20 марттан һуң көндөҙ +1,+3 градусҡа тиклем йылытыр. Ярайһы күп кенә итеп ҡар ҙа яуасаҡ. Ҡояшлы көндәрҙең дә күберәк була барыуын күҙаллайҙар.

Ә бурандар? Яҡын арала фаразланмаһа ла, марттың өсөнсө декадаһында булыуы ихтимал.

Бер һыуытып, бер иретеп торғанлыҡтан, боҙлауыҡҡа әҙер булығыҙ.

Нисек кенә булмаһын, яҙ ана ғына тора))) Сабыр итһәк, көндәр йылыр, Аллаһы бойорһа.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Автор:
Читайте нас: