Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Декабрь 2023, 16:22

Сатлама һыуыҡтар башлана

"Көндәрҙең һыуыныуы янғындарҙың артыуына килтерәсәк" тигән борсолоу ҙа бар... 

Сатлама һыуыҡтар башлана
Сатлама һыуыҡтар башлана

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 6 декабрҙән республикала ҡапыл һыуытыуы көтөлә.

Гидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, тайпылышлы йылы көндәрҙән һуң был аҙнала республикала һауа температураһы ныҡ түбәнәйәсәк. Материкка күскән поляр антициклондың алғы өлөшөндә арктика һауа массаһы киләсәк. Һауа температураһы кесаҙнаға, 7 декабргә, төньяҡ райондарҙа төндә -28, -33 градусҡа, көндөҙ -21, -26 градусҡа, республиканың көньяҡ яртыһында төндә -20, -25 градусҡа, көндөҙ -15, -20 градусҡа тиклем төшә. 5 – 6 декабрҙә республикала бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ағымдағы аҙна аҙағында һәм ял көндәрендә һыуыҡтарҙың көсәйеүе көтөлә.

“Көндәрҙең һыуыныуы янғындарҙың артыуына килтерәсәк. Был электр йылытҡыстарҙы ҡабыҙыу һөҙөмтәһендә электр селтәрендә көсөргәнештең артыуы, шулай уҡ мейестәрҙең төҙөк булмауына ла бәйле. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл башынан алып туғыҙ меңдән ашыу янғын сыҡҡан, уларҙа 230 кеше һәләк булған”, — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Зимфира Нартдинова  фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Сатлама һыуыҡтар башлана
Сатлама һыуыҡтар башлана
Автор:
Читайте нас: