Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
22 Сентябрь 2023, 15:10

Асҡында Уҡытыусы һәм остаз аллеяһы барлыҡҡа килде

Бөгөн  Асҡын ауылының “Йәшлек” паркында  “Йәшел  Башҡортостан” республика акцияһы сиктәрендә Уҡытыусы һәм остаз аллеяһы барлыҡҡа килде.  

Асҡында  Уҡытыусы һәм остаз аллеяһы барлыҡҡа килде
Асҡында Уҡытыусы һәм остаз аллеяһы барлыҡҡа килде

Мәүлит айының изге йома көнөндә  “Йәшлек “  паркында  бик әһәмиәтле сара үтте.  Уның инициаторы булып  Асҡын 1-се урта мәктәбенең  2-се класс    уҡытыусыһы Эльвира Әҙһәм ҡыҙы Шәйхуллова  тора.

 Эльвира  Әҙһәм ҡыҙының был тәҡдимен   ошо уҡ мәктәп уҡытыусылары Альмира Ирек ҡыҙы Хәбибуллина (5-се  класс),  Татьяна  Леонидовна Щербинина (10 –сы А класс)   хуплап, уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре  менән был изге эшкә ҡушыла.  Һәр изге башланғысты күтәреп  алып, уны тормошҡа ашырырға әҙер торған район  ҡатын-ҡыҙҙар  советы   һәм  Асҡын мәғлүмәт үҙәге коллективы ла  аллея ултыртыуҙа ихлас ҡатнашты.

Сараны алып барыусы  Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова барыһына ла  уның маҡсатын, ниндәй изге ниәттән ойошторолоуын аңлатып,  бирегә йыйылыусыларҙы сәләмләне.  Артабан сығыш яһаусы Римма Шамил ҡыҙы Нәбиуллина,  Мөслим  хәҙрәт Ямалетдинов,  Эльвира Әҙһәм ҡыҙы Шәйхуллова, Альмира Ирек ҡыҙы Хәбибуллина, Татьяна Леонидовна Щербинина,  ата-әсәләр исеменән Регина Абрарова һәм ошо паркты төҙөүҙең  инициаторы булып, ҙур өлөш индереүсе   Петр Васильевич Борисовтың улы Дмитрий Петрович  өмәгә килеүселәргә изге теләктәрен еткерҙе.

Район хакимиәте башлығы Динис  Рәдис  улы Йосоповтың да сарала ҡатнашыуы бөгөнгө өмәгә тағы ла мәртәбә өҫтәне.  Динис Рәдис улы “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә районыбыҙҙа башҡарыласаҡ эштәр тураһында ла бәйән итте һәм уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе лә ихлас ҡушылырға саҡырҙы.

Бергәләп Уҡытыусы һәм остаз аллеяһына ағастар ултыртҡандан һуң,  Петр Васильевич Борисовты  иҫкә алдылар, хәтирәләре менән бүлештеләр.

 Өмә аҙағында   барыһы ла  Эльвира һәм Вларик  Әҙһәм  балаларының изге ниәт менән салған ҡорбан  итенән бешерелгән тәмле былау  менән һыйланды.

 Шулай итеп, бөгөнгө изге йома көнө асҡындар өсөн сауаплы ғәмәлдәргә бай,   әһәмиәтле һәм һөҙөмтәле булыуы менән  иҫтә ҡалды.

 Наилә Имаева.

Читайте нас: