+12 °С
Ясна
Ҡырмыҫҡалы районында уҙған “Урман киҫеүсе - 2023” республика чемпионатында Ҡариҙел командаһы үҙҙәренең һөнәри оҫталығын күрһәтеп, дөйөм иҫәптә өсөнсө урын яулай.
Ленар Мостафин ботаҡ киҫеүҙә иң яҡшыһы тип табылһа, Андрей Шамакаев ағасты теүәл тураҡлауҙа өсөнсө урын ала. Һөҙөмтәлә Ҡариҙел урмансылары дөйөм иҫәптә республика чемпионатында өсөн урынға лайыҡ була.
Урмансыларҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.