Бөтә яңылыҡтар
Экология
22 Октябрь 2022, 13:00

Асҡындар "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылды

Тулыраҡ:

Асҡындар "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылды
Асҡындар "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылды

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы районыбыҙҙа әүҙем уҙа.  Уның сиктәрендә район үҙәгендә һәм ауылдарҙа халыҡ ағастар, ҡыуаҡтар ултырта, йәшәгән төбәктәре күркәмерәк һәм таҙараҡ булһын өсөн тырыша.

Бөгөн Асҡын ауылында ла өмәләр уҙҙы. "Йәшлек" паркы янында юл ситенә ҡайын һәм шыршылар ултыртылды.

Шулай уҡ үҙәк район дауаханаһы, күп функциялы үҙәк, колледж ҡаршыһындағы аллеялағы ағастар ҙа яңыртыласаҡ. 1000-гә яҡын ҡайын һәм шыршы ултыртыласаҡ.

 Наилә Имаева.

 

Асҡындар "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылды
Асҡындар "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылды
Читайте нас: