-29 °С
Ясна
Бөгөн, 14 октябрҙә, Дәүләт урман фонды Балтас урмансылығының 53-сө кварталы территорияһында шыршы үҫентеләре ултыртылды.
Өмәлә Нөркә һәм Сәйтәк ауыл биләмәләре, Балтас районы хакимиәте, мәҙәниәт һарайы , мәғариф бүлеге, реабилитация үҙәге, үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре берҙәм булып 2000 төп ағас үҫентеләре ултыртты.
Сарала район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, уның урынбаҫары Инзилә Ғәсимйәнова ла ҡатнашты.
Шундай берҙәм өмәләр менән ултыртылған ағас үҫентеләренең тиҙ арала тамырланып китеренә шик юҡ.
Фирғәт Нәбиуллин.