Бөтә яңылыҡтар
Экология
2 Октябрь 2022, 08:00

«Ҡауҙы» шишмәһе яңы һулыш алды

Тулыраҡ:

«Ҡауҙы» шишмәһе яңы һулыш алды
«Ҡауҙы» шишмәһе яңы һулыш алды

Борон-борондан әҙәм балалары һыу сығанаҡтарын күҙ ҡараһылай һаҡлаған. Соҡор ҡаҙып һыу сығарған, уны таҙалап торған кешенең исемен ошо урынға ҡушҡандар, уны ихтирам иткәндәр.

Кәмәшиҙе ауылы эргәһендә лә бик күп йылдар элек Ҡауҙы (Ҡауды) тигән ҡарт ауыл ситендә ҡалҡан һымаҡ торған тау итәген соҡоп, шишмә сығарған. Ошо ваҡттан алып шишмәне Ҡауҙы тип йөрөтәләр. Был һыу сығанағы юлсыларҙың туҡтап һыуһынын ҡандырыу, ял итеп, хәл алып китер урынына әйләнә. Ул ғына ла түгел, һыуҙың тәмен белеп алғандар йыраҡтарҙан да килеп, һыу тултырып алып китә башлай.

Шишмәне урындағы халыҡ һәр саҡ ҡарап, сүп-сарҙан таҙартып торған. Быйыл Берҙәм Рәсәй сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр”проекты сиктәрендә бирелә төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарыла – шишмә яңы төҫ ала. Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов етәкселегендә ауыл Советы хакимиәтендә водитель булып эшләүсе Рәүзәт Хафизйәнов һәм Сураш ауылының әүҙем илһөйәр ир-уҙаманы Зинфир Тәҡиуллин шишмәне төҙөкләндереүгә ҙур көс һәм тырышлыҡ һала. Һыу сығанағы кәртәләп алына, матур ял итеү урыны - беседка ҡуйыла, цемент менән нығытылған уңайлы баҫҡыс эшләнә, тимерҙән семәрләп яһалған бәләкәй генә күпер ҙә әллә ҡайҙан йәм биреп тора! Уңған, оҫта ҡуллы кешеләрҙең тырышлығы менән шишмә хәҙер балҡып, һәр юлсыны ихлас ҡаршы ала. Әйткәндәй, Солтанбәк һәм Сураш ауылы мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре лә өмәгә килеп, шишмәне төҙөкләндереүгә үҙ өлөштәрен индерә.

Шишмәне тантаналы асыу ҙа бик матур уҙҙы. Ошо уңайҙан сараға район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, уның урынбаҫарҙары Эльза Әхмәтгәрәева һәм  Анатолий Щербинин, район Советы секретары Рима Нәбиуллина, Кәмәшиҙе, Сураш һәм Солтанбәк ауылы халҡы килде. Уларҙы ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы һәм Солтанбәктең йөҙөк ҡашы булған “Умырзая” вокаль ансамбле ҡаршы алды.

Динис Рәдис улы районыбыҙҙа Арбаш, Гөмбә, Көнгәк ауылдарында ла ошолай шишмәләр төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылыуы хаҡында һөйләп, халыҡты артабан ошо һыу сығанаҡтарын һаҡлап, ҡарап торорға саҡырҙы. “Ҡауҙы” шишмәһен төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индергән Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдиновҡа,  Рәүзәт Хафизйәновҡа һәм Зинфир Тәҡиуллинға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

- Йәшәйешебеҙҙең сығанағы булған, тәбиғәткә йән өрөүсе, беҙҙе тәмле, шифалы һыуы менән ҡыуандырған, Сарс йылғаһын байытып торған ”Ҡауҙы” шишмәһе оҙаҡ йылдар халҡыбыҙҙы ҡыуандырып торор. Бының өсөн, әлбиттә, уны таҙартып, ҡарап, хәстәрләп тороу мөһим, - тине Фәнил Фәнғәт улы һәм төҙөкләндереү эштәрендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Шишмәне асыу тантанаһында ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы Кәмәшиҙе ауылының иң өлкән кешеһе Әнғәм ағай Хафизовҡа бирелде. Шулай, хөрмәтле аҡһаҡал Динис Рәдис улы һәм Фәнил Фәнғәт улы менән тарихҡа инер ваҡиғала ҡатнашты.

Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыттағыса сараға йән өрҙө. Ризида Ғәлимова, Регина Хәлиуллина, Жәлил Ғәйбәҙуллиндың дәртле, моңло йырҙары шишмә сылтырауына ҡушылып, йөрәктәргә көс-дәрт өҫтәне.

 

Ҡасандыр изге күңелле Ҡауҙы ҡарт ҡаҙыған соҡорҙан килеп башланған был шишмәнең һыуын яҡында йәшәүселәр ташый, янындағы яландахалыҡ көтөп алған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙа. Хәҙер, шишмә яңыса һулыш алғас, матурландырылғас, килеүселәр тағы ла күбәйер, тигән фекерҙәурындағы халыҡ.

Теманы дауам итеп...

Шишмә исеменә бәйле икенсе төрлө фекер йөрөтөүселәрҙә бар. "Ҡауҙы" һүҙен  башҡорт телендәге "ҡау"   ҡабырсаҡ , тәңкә, ҡабыҡ  («чешуя»), ҡаудан - ҡороған үлән  (линька шерсти) менән бәйләүселәр ҙә бар.

Ошо шишмә яғынан гел ҡаудан осҡан булған, халыҡ телендә йөрөй-йөрөй "ҡауды"- "ҡауҙы"ға әйләнеп китә.

 Уйлап ҡараһаң, башҡорт телендә ҡауҙы (аист) тигән ҡош  та бар. Был да уйланырға мәжбүр итә.  Бәлки, ошо урынды ҡауҙылар төйәк иткән булғандыр?!

Күреүегеҙсә, шишмә исеменә бәйле легенда-риүәйәттәрҙе өйрәнергә, олаларҙан һорашырға кәрәк.

Наилә Имаева. 

 

«Ҡауды» шишмәһе яңы һулыш алды
«Ҡауды» шишмәһе яңы һулыш алды
«Ҡауды» шишмәһе яңы һулыш алды
«Ҡауды» шишмәһе яңы һулыш алды
«Ҡауды» шишмәһе яңы һулыш алды
«Ҡауды» шишмәһе яңы һулыш алды
«Ҡауды» шишмәһе яңы һулыш алды
«Ҡауды» шишмәһе яңы һулыш алды
«Ҡауды» шишмәһе яңы һулыш алды
«Ҡауды» шишмәһе яңы һулыш алды
«Ҡауды» шишмәһе яңы һулыш алды
Читайте нас: