Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Сентябрь 2022, 11:20

“Сәләмәтлек” аллеяһы булдырылды!

Тулыраҡ:

“Сәләмәтлек” аллеяһы булдырылды!
“Сәләмәтлек” аллеяһы булдырылды!

"Йәшел Башҡортостан" акцияһына асҡындар йылдағыса ҙур дәрт менән ихлас ҡушылды. Район үҙәгендә һәм ауылдарҙа ҙур ойошҡанлыҡ менән ошо акция сиктәрендә йәшелләндереү өмәләре гөрләп уҙа.

Мәҫәлән, Яңы Ҡаҙансы ауылында яңы төҙөлгән ФАП территорияһында «Сәләмәтлек» аллеяһы барлыҡҡа килде.

«Ауыл Советы хакимиәте һәм мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өмәлә әүҙем ҡатнашты. «Сәләмәтлек» аллеяһына йүкә һәм миләш ағастары ултырттыҡ. Улар шаулап үҫеп, әйләнә-тирәгә йәм биреп, кешеләргә көс-ҡеүәт, дәрт өҫтәп торор, тип ышанабыҙ”, - тине Ҡышлауйылға ауыл биләмәһе башлығы Илфат Хәлфәт улы Ғатин.

Афариндар! “Сәләмәтлек” аллеяһы сәләмәт, имен тормошҡа әйҙәп торһон!

Наилә Имаева.

Ҡышлауйылғала  “Сәләмәтлек” аллеяһы булдырылды!

Читайте нас в