Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Сентябрь 2022, 12:25

Урмияҙҙа “Еңеү” паркына ағастар ултырталар

Урмияҙҙар ҙа “Йәшел Башҡортостан” акцияһына әүҙем ҡушылды.

Урмияҙҙа “Еңеү” паркына ағастар ултырталар
Урмияҙҙа “Еңеү” паркына ағастар ултырталар

 

Йәшелләндереү өмәләрендә даими ҡатнашабыҙ, йәшәгән еребеҙҙе, ауылыбыҙҙы күркәмләндереп, йәшелләндереп торабыҙ. Бөгөн “Йәшел Башҡортостан” берҙәм республика акцияһы сиктәрендә “Еңеү” паркына ағастар ултырттыҡ. Яҙын бында - шыршылар һәм алмағастар, бөгөн иһә өҫтәп миләш, муйыл, сәтләүек ағастары ултырттыҡ. Улар тамыр алып, шаулап үҫеп, тирә-яғыбыҙҙы йәмләп, именлек теләп торор. Акцияла ҡатнашыусы мәҙәниәт һәм ауыл Советы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт”, - тине Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин.

Наилә Имаева.

 

Урмияҙҙа “Еңеү” паркына ағастар ултырталар
Урмияҙҙа “Еңеү” паркына ағастар ултырталар
Урмияҙҙа “Еңеү” паркына ағастар ултырталар
Урмияҙҙа “Еңеү” паркына ағастар ултырталар
Читайте нас: