Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Сентябрь 2022, 11:45

Көнгәк ауылында “Саф шишмә” тағы ла йәмләнә

Афарин, көнгәктәр!

Көнгәк ауылында “Саф шишмә” тағы ла йәмләнә
Көнгәк ауылында “Саф шишмә” тағы ла йәмләнә

Көнгәк ауылы халҡы "Йәшел Башҡортостан" ағас ултыртыу буйынса республика акцияһында әүҙем ҡатнашты.

Бирелә «Башҡортостан шишмәләре» проекты буйынса төҙөкләндерелгән «Саф шишмә» территорияһына күмәкләп ҡарағат, ҡыҙыл муйыл һәм ҡайын ағастары ултырталар.

«Был акцияла Көнгәк ауылы халҡы йыл да әүҙем ҡатнаша. Ауылыбыҙҙа төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү өмәләре даими уҙып тора. Бына «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ла көнгәктәр әүҙем ҡушылды. Яңы төҫ алған «Саф шишмә»беҙҙе тағы ла йәмләп, бөгөн ағастар ултырттыҡ. Өмәлә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт!» - тине Көнәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Филүс улы.

Афарин, көнгәктәр!

Наилә Имаева.

Көнгәк ауылында “Саф шишмә” тағы ла йәмләнә
Көнгәк ауылында “Саф шишмә” тағы ла йәмләнә
Көнгәк ауылында “Саф шишмә” тағы ла йәмләнә
Читайте нас в