Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Сентябрь 2022, 13:15

Асҡында өмәләр гөрләне!

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Асҡын ауылында өмәләр ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙҙы.

Асҡында өмәләр гөрләне!
Асҡында өмәләр гөрләне!

Йыл әйләнәһенә өмәләр ойшторабыҙ. Бөгөн бөтә республикала уҙған “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Асҡын ауылында төҙөкләндерелгән стадионда “Спорт” аллеяһын булдырып, шыршылар ултырттыҡ. Шулай уҡ Крәҫтиән урамындағы миләш ағастарынан торған аллеяны ла тулыландырып, ҡороғандары, тамыр алып китә алмағандары урынына яңылырын ултыртып сыҡтыҡ. Өмәлә район һәм Асҡын ауыл Советы хакимиәттәре, газсервис, ветстанция, Асҡындың 1-се һәм 2-се мәктәптәре, Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри колледжы һәм башҡа ойошма, учреждениелар хеҙмәткәрҙәре,райондың "йәш гвардиясы"лары  әүҙем ҡатнашты. Ағас ултыртыуға теләге булған һәр кем үҙ өлөшөн индерә алды. Барыһына ла рәхмәт”, - тин Асҡын ауыл биләмәһе башлығы Ришат Мөхәмәт улы Лотфуллин.

Наилә Имаева.

Асҡында өмәләр гөрләне!
Асҡында өмәләр гөрләне!
Асҡында өмәләр гөрләне!
Асҡында өмәләр гөрләне!
Асҡында өмәләр гөрләне!
Асҡында өмәләр гөрләне!
Читайте нас в