Бөтә яңылыҡтар
Экология
19 Сентябрь 2022, 10:35

Иҫке Ҡаҙансы ауылы гөрләп тора

Ҡаҙансылар күңелле  ял итергә лә, өмәләрҙә  ҡатнашырға ла өлгөрә. “Таҙа Танып” акцияһына ла ихлас ҡушылалар.

Иҫке Ҡаҙансы ауылы гөрләп тора
Иҫке Ҡаҙансы ауылы гөрләп тора

Матур йолаға әйләнгән “Сәскәләр  һәм уңыш байрамы”  ла бик матур һәм күңелле уҙа. Ауылдың уңған хужабикәләре быйыл да аллы-гөллө сәскәләр үҫтереп, тирә-яҡҡа матурлыҡ өләшә, баҡсаларында иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем тир түгеп, мул уңыш ала. Быларҙың барыһы ла ошо уңыш байрамында сағылыш таба. 

Мәҙәниәт усағы, китапхана, ауыл Советы хакимиәте бергә үткәргән сарала һәр ваҡыттағыса ағинәйҙәр әүҙем  була. 

Ҡаҙансылар “Таҙа Танып” экология акцияһына  быйыл да  дәррәү ҡушыла.  Бергәләп Танып буйҙарын сүп-сарҙан таҙартып,  изге эшкә үҙ өлөштәрен индерә.

Әйткәндәй, Ҡариҙелдәрҙән күскән эстафетаны  23 сентябрҙә асҡындар Балтас районына тапшыра. Ошо уңайҙан тантаналы сара нәҡ Иҫке Ҡаҙансы ерендә уҙасаҡ. Әле ҡаҙансылар ошо сараға әҙерләнә.

Йәшәгән ерҙәрен төҙөкләндерергә, матурларға  ҙур теләк менән ҡушылған ҡаҙансылар  киләһе йылда ла “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында” (ППМИ)  ҡатнашырға   дәртләнеп тора.

“Беҙ йыл да ППМИ-ла ҡатнашабыҙ. Халыҡ менән кәңәшләшеп, быйыл Баҫыу урамына таш һалынды. Хәҙер урам тип тигеҙ, йөрөргә лә уңайлы.  Киләһе йылда шулай уҡ урамдарҙы төҙөкләндерергә маҡсат итеп алғанбыҙ. Ауыл Советы менән дә кәңәшләштек.  Октябрь һәм  Фрунзе урамдарына ремонт эшләргә  иҫәп тотабыҙ. Был идеяны ошо урамда йәшәүсе оло  кешеләрҙең балалары шунда уҡ күтәреп алды.  Сөнки ситтә йәшәүсе балалар ҡайтһа, урамға инә алмай, машиналарын  юл буйында ҡалдырырға мәжбүр була.  Улар юлды төҙөкләндереүҙә  финанс яҡтан ярҙам итергә әҙер. Шуға беҙ  ППМИ- ға быйыл да ҙур өмөттәр бағлайбыҙ”,  - ти ауыл тормошонда ҡайнап йәшәүсе  китапханасы  Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы.

 Бына шулай, Иҫке Ҡаҙансыла тормош гөрләй.  Урындағы халыҡ алдарына  аныҡ маҡсаттар ҡуйып, уны тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәтә.

 Наилә Имаева.

Иҫке Ҡаҙансы ауылы гөрләп тора
Иҫке Ҡаҙансы ауылы гөрләп тора
Иҫке Ҡаҙансы ауылы гөрләп тора
Иҫке Ҡаҙансы ауылы гөрләп тора
Иҫке Ҡаҙансы ауылы гөрләп тора
Иҫке Ҡаҙансы ауылы гөрләп тора
Иҫке Ҡаҙансы ауылы гөрләп тора
Иҫке Ҡаҙансы ауылы гөрләп тора
Иҫке Ҡаҙансы ауылы гөрләп тора
Иҫке Ҡаҙансы ауылы гөрләп тора
Читайте нас: