Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Сентябрь 2022, 12:30

Эстафета - Асҡында

“Таҙа Танып” акцияһы юлын дауам итә.  

Эстафета -  Асҡында
Эстафета - Асҡында

 

22 августа старт алған экология марафоны Асҡын районына килеп етте. Асҡындар эстафетаны Ҡариҙел районынан ҡабул итеп алды.

Эстафетаны тапшырыу тантанаһы Ҡариҙел районында урынлашҡан Золоторев ҡултығы янында уҙҙы. Сарала Асҡын районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Анатолий Александрович Щербинин ҡатнашты һәм эстафетаны ҡабул итеп алды. Шулай итеп, “Таҙа Танып” Асҡынға килеп етте.

Сарала ошо акцияны ойоштороусы, изге эшкә халыҡты йәлеп итеүсе Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Бөрө территориаль комитетының Балтас районы буйынса инспекторы Рифат Сафин үҙе лә ҡатнашты.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был акция республикала даими үткәрелә һәм уға ҡушылыусылар һаны йылдан-йыл арта. Ил күләмендә “Рәсәй һыуы” тип аталған федераль программа эшләй. Ошо сара сиктәрендә Тере Танып йылғаһының ярҙары ла таҙартыла. “Эсәр һыу проблемаһы – донъяуи мәсьәлә. Беҙҙең районда аҡҡан Тере Танып экологик хәлгә ҙур йоғонто яһай. Ул республиканың төп һыу арте­рияһы Ағиҙелгә барып ҡоя. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ эскән йылғаһына хужаларса ҡарамай. Тәбиғәткә ялға сығалар ҙа сүп-сарын шунда ҡалдырып китәләр, машиналарын йыуалар. Шуға ла һәр кем тыуған хәлде үҙгәртеүҙе үҙенән башларға тейеш”, – тип һанай Рифат Хәтип улы.

Таҙа Танып” акцияһы сиктәрендә Асҡын район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре өмәгә сыҡты ла инде. Был акцияға ҡалғандар ҙа ҡушылып, йылға-күл буйҙарын сүп-сарҙан таҙартып, тәбиғәтебеҙгә яңы һулыш өрөр, ярҙам итер, тип ышанабыҙ.

Наилә Имаева.

 

 

 

Эстафета -  Асҡында
Эстафета -  Асҡында
Эстафета -  Асҡында
Эстафета -  Асҡында
Эстафета - Асҡында
Читайте нас: