Бөтә яңылыҡтар
Экология
7 Сентябрь 2022, 22:20

Ҡариҙелдәр “Таҙа Танып” акцияһына ҡушылды

Тулыраҡ: 

Ҡариҙелдәр  “Таҙа Танып” акцияһына ҡушылды
Ҡариҙелдәр “Таҙа Танып” акцияһына ҡушылды

Ҡариҙелдәр күрше Мишкә районы вәкилдәренән “Таҙа Танып” төбәк-ара экологик акция штандартын ҡабул итеп алды. Был сара кесе йылғалар һәм һыу ятҡылыҡтары ярҙарын таҙартыу буйынса “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үтә. Был проекттың координаторы Башҡортостандың Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, проект авторы Рифат Сафин. Проект нигеҙенә республикабыҙҙың төньяҡ зонаһында урынлашҡан йылғалар, шишмәләр, быуалар һәм инештәрҙе таҙартыу, уларҙың яндарын төҙөкләндереү бурысы ята. Был изге эштәрҙә район халҡы әүҙем ҡатнашыр һәм балалар, йәштәр араһында тыуған тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тыуыр, тигән уйҙа ҡалабыҙ.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙелдәр  “Таҙа Танып” акцияһына ҡушылды
Ҡариҙелдәр “Таҙа Танып” акцияһына ҡушылды
Читайте нас в