Бөтә яңылыҡтар
Экология
7 Май 2022, 19:30

Сарс буйы таҙарып, йәмләнде

Солтанбәк ауылында “Таҙа Сарс” экологик акцияһы ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте.

Сарс буйы таҙарып, йәмләнде
Сарс буйы таҙарып, йәмләнде


«Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылында тирә-яҡты таҙартыу, төҙөкләндереү мәсьәләләренә һәр саҡ ҙур иғтибар бирәләр. Бына әле лә ҙур ойошҡанлыҡ менән “Таҙа Сарс” экологик акцияһы үтте. Унда мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто, ауыл Советы хакимиәте коллективтары, ауыл халҡы ҡатнашты.

Берҙәм көс менән Сарс йылғаһы ярҙары ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙан таҙартылды.

«Тирә-яҡ мөхиткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш булдырыу – йәштәрҙе тәрбиәләүҙең алмаштырғыһыҙ өлөшө. Урындағы мәктәптә был йүнәлешкә айырыуса иғтибар бирәләр. Уҡытыусылар уҡыусылар менән бергә экологик өмәләрҙә ҡатнашып, ауыл биләмәһен, йылға буйҙарын таҙартып, йәшәгән ерҙәренә ҡарата тағы ла яуаплыраҡҡа һәм хәстәрлерәккә әйләнә.   Сара тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш талап ителеүен һәм йылға буйында ял иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү тураһында иҫкәртеүҙе лә күҙ уңында тотто. Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә беҙҙә даими ойошторола.“Таҙа Сарс” акцияһын ошо йылға буйында урынлашҡан башҡа ауылдарҙа, шул иҫәптән Пермь крайы территорияһында ла үткәреү ҡаралған. Солтанбәк ауыл биләмәһенә ҡараған Сураш ауылында ла һөҙөмтәле үтте был сара», - тине ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов.

Наилә Имаева.

Сарс буйы таҙарып, йәмләнде
Сарс буйы таҙарып, йәмләнде
Сарс буйы таҙарып, йәмләнде
Сарс буйы таҙарып, йәмләнде
Сарс буйы таҙарып, йәмләнде
Сарс буйы таҙарып, йәмләнде
Сарс буйы таҙарып, йәмләнде
Сарс буйы таҙарып, йәмләнде
Сарс буйы таҙарып, йәмләнде
Сарс буйы таҙарып, йәмләнде
Сарс буйы таҙарып, йәмләнде
Сарс буйы таҙарып, йәмләнде
Читайте нас в