Бөтә яңылыҡтар
Экология
29 Апрель 2022, 12:45

"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдылар

Солтанайҙар республика акцияһы сиктәрендә фельдшер-акушерлыҡ пункты территорияһында ылыҫлы ағастар ултыртты

"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдылар
"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдылар

"Йәшел Башҡортостан" дөйөм өмә һәм ағас ултыртыу буйынса республика акцияһы районыбыҙҙа аҙна һайын үтә.  Был сараларҙың маҡсаты – экология мәсьәләләренә иғтибарҙы йүнәлтеү, ауыл-ҡалалар биләмәһен йәшелләндереү, йәшәгән еребеҙҙе күркәм итеү, экологик хәлде яҡшыртыу.

Сираттағы өмәгә Солтанай ауылы халҡы ла әүҙем ҡушылды. Ауылы яҙмышына, тирә-яҡ  мөхиткә битараф булмаған һәр кем ағас ултыртыу эшенең уртаһында ҡайнаны. Был көндө модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты территорияһында тиҫтәнән артыҡ ылыҫлы ағас үҫентеһе ултыртылды. Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминев өмәлә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. 

 Илһөйәр Махатова.

"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдылар
"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдылар
"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдылар
"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдылар
"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас в