Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Февраль 2022, 15:19

Урманда ҡеүәтле техника эшләйәсәк

Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин эш сәфәре менән райондың урман төбәгендә булды һәм сәнәғәтселәр менән осрашты.

 “Азатлыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Хөбөтдин Хисмәтуллин иң эре ҡуртымсыларҙан һанала. Ул  2020  йылдан алып урман әҙерләү пунктын булдырыу буйынса инвестицион проекты өҫтөндә эшләй. Был башланғысҡа 60 миллион  һум күләмендә инвестиция йүнәлтелгән, 20 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана. Был ойошма “Сумитома”  маркалы экскаватор базаһындағы “Харвестер” ҡеүәтле техникаһын  һатып алды. Раушан Ғиндуллиндың “Урман”, Илназ Хисмәтуллиндың “Таң”  ойошмалары ла лизинг аша  “Понссе” фирмаһының “Форвард” һәм “Харвестер” ҡиммәтле  ағас етештереү техникаларын алыуға өлгәште. Сәнәғәтселәр Айҙар Әнғәм улына  ҡеүәтле техникаларҙың урман шарттарында нисек   эшләүен күрһәтте.  “Был заманса технологиялы ҡорамалдар киләсәктә ағас етештереүҙең күләмен арттырыуҙа этәргес ҡорал буласаҡ”, - тип белдерҙе муниципалитет башлығы. Шуға ла урман хужаларына “Ҡариҙел районы территорияһындағы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү” программаһы буйынса матди ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге урындағы һөйләшеүҙә билдәләнде.

Гөлнара Солтанова.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас в