Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Ғинуар 2022, 10:05

Тайҡаш күле — ауылдың йәме

  Ҡыҫалалар күлдең таҙалығын иҫкәртә, ә аҡҡоштар уны мөғжизәле итә.

Тайҡаш күле — ауылдың йәме
Тайҡаш күле — ауылдың йәме

 

Ҡариҙел районының мәҙәниәт бүлеге “Быуаттар төпкөлөнән” онлайн-фестивален ойоштороуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Сираттағы конкурс эшен Тайкаш ауылы мәҙәниәт һарайының методисы Лениза Мәҙехәт ҡыҙы Муллаярова тәҡдим итә.

Ул үҙҙәренең Тайҡаш күле хаҡында видеояҙмаһында бәйән итә. Гәзит уҡыусыларға ошо күл менән беҙ ҙә таныштырып китәйек.

Тайҡаш ауылы – райондың күркәм ауылдарының береһе. Бында килеүселәр әллә ҡайҙан йәйрәп ятҡан Тайҡаш күленә иғтибар итмәй ҡалмай. Сөнки был күл тотош районда иң эреләренән һанала, яҡынса 60 гектар майҙанды биләй. Ул ике өлөштәр тора: береһе – Кесе күл, ул Оло күлдең ҡултығы булып йәйрәп ята. Тайҡаш күле ярҙары ылыҫлы һәм башҡа ағастар баҫҡан ҡалҡыулыҡтарҙан ғибәрәт. Һәр төрлө шифалы үләндәр, матур-матур сәскәләр төйәк иткән болондар ошо ҡалҡыулыҡтарҙа һуҙылған. Йәйен бында кемдер бесән саба, рәхәтләнеп еләген йыя, күлгә төшөп, тән сихәтен алырға ла онотмай. Таулыҡтар усында ятҡан күлгә төрлө яҡтан ауылдың башҡа эреле-ваҡлы йылғалары килеп ҡушыла. Нисәмә йыл инде ҡар һыуҙары ағып төшөп күл буйында битләүҙәр, үҙәндәр, убалар барлыҡҡа килгән.

Тайҡаш күле – балыҡлы күл. Бында суртан, алабуға, сабаҡ, йәйен йәшәй. Шулай ҙа урындағы халыҡтың ғорурлығы – күлдә йәшәгән ҡыҫалалар. Сөнки ҡыҫалалар тик таҙа һыулы йылға-күлдәрҙә генә йәшәй икән! Тимәк, Тайҡаш күле экологик яҡтан иң таҙаларҙан һанала.

Йәйҙең матур көндәрендә бында аҡҡоштар осоп ҡайта. Йыл һайын был мөғжизәне ауыл халҡы ситтән генә күҙәтә, күлдең был серлелеген боҙорға бер кем дә баҙнат итмәй.

Күлде уратып алған ағаслыҡтар, әрәмәләр уны туйындырып тора. Быны күҙ уңында тотоп совет осоронда В.И.Ленидың 100 йыллығына арнап, мәктәп балалары “ЛЕНИН 100” формаһында шыршылар ултырта. Ҡоштар осор бейеклектән заманында ул бик асыҡ күренгән булған.

Ауылдарының йәме, тәме булған был күлде урындағылар һаҡлап, тирә-яғын бысратмаҫҡа, ағастарын ҡырҡмаҫҡа тырышып, ҡурсалап тора. Сөнки киләһе быуынға ла көмөш көҙгөләй ялтырап ятҡан күлде бар матурлығы менән тапшырыуҙы бурыстары тип иҫәпләй улар.

Гөлнара Солтанова.

Тайҡаш күле — ауылдың йәме
Тайҡаш күле — ауылдың йәме
Читайте нас в