Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Август 2021, 17:20

Халыҡ мәнфәғәтенә

Ҡариҙел районына ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыу өсөн 110 яңы пластик контейнер ҡайтарылды

Халыҡ мәнфәғәтенә
Халыҡ мәнфәғәтенә

Муниципалитет өсөн Европа  өлгөһө буйынса эшләнгән сүп бактарын «Дюртюлимелиоводстрой» төбәк операторы тапшырҙы. Ҡаты көнкүреш ҡалдыктарын йыйыу өсөн барлыҡ контейнерҙар ҙа бирелә йәшәүселәр һәм сүп ташыу машинаһы эшселәренә уңайлы булһын өсөн тәгәрмәстәр һәм ҡапҡастар менән йыһазландырылған. Ҡайтарылган контейнерҙар Әртәкүл, Байҡы, Ҡортлокүл, Магинск, Подлуб, Үреш-Битулла, Яугилде, Байҡыбаш, Урғыш, Ҡариҙел һәм Иҫке Аҡбүләк ауыл биләмәләренә биреләсәк. Контейнер майҙансыҡтары яһау һәм сүп йыйыу өсөн заманса һауыттар ҡуйыу буйынса үткәрелгән саралар иң элек кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Люция Карамова.

Халыҡ мәнфәғәтенә
Халыҡ мәнфәғәтенә
Автор:
Читайте нас: