Бөтә яңылыҡтар
Экология
5 Август 2021, 10:06

Ике йортто йәшен атҡан

Кисә Хәйбулла районында аяныслы хәл теркәлгән. Бәләкәй Әбеш ауылы янғындан янып юҡҡа сыға яҙған.

Ике йортто йәшен атҡан
Ике йортто йәшен атҡан

Асыҡланыуынса, ҡасандыр юҡҡа сыҡҡан был ауылға яңы һулыш биреп ошо ауыл вариҫтары өр-яңы йорттар төҙөгән, ауылды тергеҙә башлағандар. Бөтәһе дүрт яңы йорт төҙөлгән. Кисә ҡапыл сыҡҡан йәшен уттары ауылдың ике йортона тоҡанып, көслө янғын барлыҡҡа килтергән.

Әйткәндәй, Оло Әбеш ауыл биләмәһендә урман янғындары дауам итә. Көндәрҙең ҡоро һәм эҫе тороуы янғын сығыу хәүефен бермә-бер арттыра. Ут менән һаҡ эш итегеҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Ике йортто йәшен атҡан
Ике йортто йәшен атҡан
Автор:
Читайте нас: