Бөтә яңылыҡтар
Экология
30 Июль 2021, 15:32

Тәбиғәт — беҙҙең дуҫыбыҙ

Түбән Һикеяҙ ауыл мәҙәниәт йортонда балалар өсөн “Беҙ тәбиғәтте беләбеҙ һәм яратабыҙ” тигән экологик сара ойошторолдо.

Тәбиғәт — беҙҙең дуҫыбыҙ
Тәбиғәт — беҙҙең дуҫыбыҙ

Программа уйын һәм конкурстарҙан төҙөлдө. Сараның маҡсаты — балаларға кеше ғәйебе менән килеп тыуған экологик проблемалар тураһында аңлатыу, уларҙа тәбиғәткә, хайуандар донъяһына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Балалар йәнлектәр тураһында һорауҙарға яуап эҙләне, “Хайуандар донъяһы”, “Мәҡәл төҙө”, “Йомаҡтар белгесе” конкурстарында, “Балыҡ, ҡош, йәнлек”, “Була-булмай”, “Был ниндәй үҫемлек?”, “Һауа, ер, һыу” уйындарында әүҙем ҡатнашты.


Авторы; Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Тәбиғәт — беҙҙең дуҫыбыҙ
Тәбиғәт — беҙҙең дуҫыбыҙ
Тәбиғәт — беҙҙең дуҫыбыҙ
Тәбиғәт — беҙҙең дуҫыбыҙ
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: