Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Июль 2021, 09:00

Йәш экологтар һынау тотто

Мишкә районы командаһы Йәш экологтар республика слет-конкурсында уңышлы сығыш яһап, өсөнсө урын яуланы.

Йәш экологтар һынау тотто
Йәш экологтар һынау тотто

Конкурсҡа һайлап алыу туры һөҙөмтәләре буйынса республиканың төрлө райондарынан 17 команда саҡырылды. Пандемия сикләүҙәре арҡаһында слет-конкурс ике этапта уҙғарылды. Беренсе этап визит карточкаһы, экологик һорауҙар буйынса әңгәмә дистанцион формала үтте. Конкурстың икенсе этабы Өфө районының "Локомотив" һауыҡтырыу үҙәгендә ойошторолдо. Район командаһы "Ботаника", "Гидробиология", "Тупраҡты өйрәнеү" номинацияларында призлы урындарға лайыҡ булды. Һөҙөмтәлә командалар араһында мишкәләр өсөнсө урынға сыҡты.


Лилиә Хәсәнова.

Йәш экологтар һынау тотто
Йәш экологтар һынау тотто
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: