Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Май 2021, 10:38

Тәбиғәтте һаҡларға һәм яҡларға һүҙ бирҙеләр

Ҡариҙел ауылының 4-се балалар баҡсаһында бик фәһемле сара үтте.

“Тәбиғәттең иң яҡшы дуҫы булыу өсөн ҡушылғандарҙың бөтәһен дә эшләрмен, тип ант итәм!”
Ҡариҙел ауылының 4-се балалар баҡсаһында кескәй экологтарға тантаналы бағышлау ойошторолдо. Тәбиғәттең йәш һаҡсылары сафына баҫҡанда тәрбиәләнеүселәр ант бирҙе.
Беренсе өлкән төркөм экологтар булды. Бәләкәс эколог – ул тәбиғәтте һаҡлай һәм яҡлай торған бала. Сабыйҙарға ҡунаҡҡа әкиәт геройҙары Шаян (педагог А.Әҙиәтова), Мыштым (А.Ғилуанова), Аҡыл эйәһе (Д.Рамазанова), Шыршыҡай (В.Гәрәева) килде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар улар менән бергәләп экологик күнегеүҙәр эшләне. Байрамдың иң төп өлөшө балаларҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡларға тантаналы ант биреүе булды.
Сараның икенсе өлөшөндә мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары (тәрбиәселәр А.Илалтдинова, А.Залаева) Петя исемле малай хаҡында “Происшествие в лесу” тигән әкиәт күрһәтте.
Байрам аҙағында һәр балаға “Бәләкәс эколог” тәбиғәтте һаҡлау белем биреү проектында ҡатнашыусы таныҡлығы, галстук һәм эмблема тапшырылды.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.
Читайте нас: