Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Апрель 2021, 10:25

Мәктәп йортона ағас ултырттылар

«Йәшел Башҡортостан» Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу акцияһына солтанайҙар ҙа дәррәү ҡушылды. Был көндө мәктәп биләмәһендә өмә гөрләне.#ЙәшелБашҡортостан2021#ЗеленаяБашкирия2021 #Хәтербаҡсаһы#СадПамяти

Шимбәлә «Йәшел Башҡортостан» Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу акцияһы үткән көндө Солтанай башланғыс мәктәбе йортонда ла өмә гөрләне. Башланғыс класс уҡытыусылары Әдисә Мәғдән ҡыҙы Ғилмийәрова менән Эльза Тимерша ҡыҙы Йосопова етәкселегендә мәктәп йортона ағастар ултыртылды. Өмәлә мәктәп хеҙмәткәре Илдар Ғилмийәров, мәҙәниәт йорто, ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары һәм ата-әсәләр ҡатнашты. Ағас ултыртҡандан һуң бергәләп балалар майҙансығын да сүп-сарҙан таҙартып, матур итеп йыйыштырып ҡуйҙылар.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: