Бөтә яңылыҡтар
Экология
19 Апрель 2021, 15:42

Был шәмбе ағас ултыртабыҙ

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, 24 апрелдә республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы старт ала.

Шулай уҡ был көндө Дөйөм Рәсәй таҙалыҡ өмәһе лә үтәсәк. Уларҙың маҡсаты һәр кемгә аңлашыла – таҙалыҡты тәьмин итеү, ауыл һәм ҡалаларҙа тәртип булдырыу һәм ағастар ултыртыу күләмен арттырыу. Был турала бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова һөйләне.
– Был сараларҙы үткәреү буйынса беҙҙә эш көйләнгән. Быйыл өмәләр үткәрелгән урындар исемлегенә “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән йәмәғәт киңлектәрен индереү мотлаҡ. Был өмәләр ваҡытында халыҡҡа 2022 йылда төҙөкләндереләсәк биләмәләр өсөн тауыш биреү тураһында мәғлүмәтте еткереү кәрәк, – тине ул.
Өмәләр ихата биләмәләрендә лә үтергә тейеш. Унда идара итеүсе ойошмалар ҡатнашырға һәм халыҡты кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итергә һәм ваҡытында йыйылған сүп-сарҙы алып китергә тейеш.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә иһә, 24 апрелдә 670 биләмәлә 119 мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртыу күҙаллана. Уларҙың 23 меңе ҙур ағастар, 96 мең ҡыуаҡлыҡтар буласаҡ. Был сараларҙа 149 мең кеше ҡатнашыр тип күҙаллана.
– Яҙғы акцияның үҙенсәлеге шунда, беҙ һуғыш башланыуға 80 йыл тулыуға арнап ағастар ултыртырға тейешбеҙ. Ҡайһы бер райондар был эшкә бик ижади ҡараны. Мәҫәлән, Асҡын районында 80 сирендән торған аллея ултыртыласаҡ. Кушнаренко районында райондың 90 йыллығына арнап ағас ултыртыласаҡ. Иң күп ағастар Ҡырмыҫҡалы районында ултыртылыр тип күҙаллана, - тине Ирина Голованова.
Ойоштороусылар ағас ултыртыуҙа бар республика халҡын ҡатнашырға саҡыра.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: