Бөтә яңылыҡтар
Экология
13 Июль 2020, 11:54

Ҙур бәләгә бер шырпы ла етә

Бындай ҡоролоҡ ун йылға бер була, тиҙәр халыҡта. Ысынлап та, тиҫтә йыл элек – 2010 йылдағы ҡоролоҡ иҫтә ҡалған. Ҡурҡыныс янғындары менән. Уларҙың иң ҙурҙарының береһе Белорет районы Шығай ауылы янындағы тауҙа булғандыр. Уны урмансылар ҙа, ҡуртымсылар ҙа ауыҙлыҡлай алманы, шуға ла урындағы халыҡ, предприятиелар йәлеп ителде. Күмәк көс менән генә туҡтата алдылар. Шығайҙар әле лә был урман янғынын онота алмай...

Ул саҡта Урман хужалығы министрлығы бөгөнгөләй техника, һүндереү ҡорамалдары менән тәьмин ителмәгәйне. Бөгөн иһә урман янғындарын һүндереү үҙәге булдырылған, унда заманса техника күп, әммә был тынысланырға нигеҙ була алмай. Ҡара урманлы Белорет, Бөрйән райондарында яҙҙан алып ямғыр яуманы тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Яңыраҡҡы яуым-төшөм Белорет ҡалаһы тирәһенән генә үтте. Ер ҡара янып ята. Урал аръяғы райондары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Көндәрҙең эҫе тороуы иһә хәлде ҡырҡыулаштыра ғына. Бер һүндерелмәгән шырпының, тәмәкенең ҙур бәләгә килтереүе бар. Шуға ла уяулыҡты юғалтмаҫҡа, һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк.
Быйыл республика урмандарында 20 апрелдән 10 июлгә тиклем 42 янғын теркәлгән. Уларҙың 34-е халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә сыҡҡан, бишәүһе икенсе категория ерҙәренән күскән, өсәүһе йәшен һуғыу сәбәпле. Шулай итеп, 321,035 гектар майҙан зыян күргән.
Әле Башҡортостан урмандарында 3-4-се класлы янғын хәүефе тора, Йылайыр районында - 5-се. Мәғлүм булыуынса, 22 июндән бирле республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән. Ошоға бәйле урман эргәһендә усаҡ, ҡоро үлән, сүп-сар яғыу тыйыла.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра, урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефон һандарына – 8 (800) 100-94-00 йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 – шылтыратығыҙ.
Фото: proufu.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: