Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
3 Июнь 2020, 16:50

Ҡайҙа сүп-сар эшкәртеү заводтары төҙөлә?

Туймазы районындағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында йылына 100 мең тоннаға тиклем ҡалдыҡ эшкәртеүгә иҫәпләнгән сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөлөшө дауам итә. Объектты йыл аҙағына сафҡа индереү күҙаллана. Комплекс заманса “Грохот” һәм “Шредер” системалары менән йыһазландырыла. Уларҙың тәүгеһе – ҡалдыҡтарҙан артабан файҙаланыу өсөн яраҡлы ресурстарҙы айырып алыу, икенсеһе ҙур күләмле ҡалдыҡтарҙы ваҡлау мөмкинлеген бирә.

Башҡортостандың Дәүләкән районында ла ошондай уҡ комплекс төҙөү планлаштырыла. Ул йылына 40 мең тоннаға тиклем ҡалдыҡ эшкәртәсәк. Әле төҙөлөшкә ер бүленгән, проект-смета документтары әҙерләнә.
Бынан тыш, Бәләбәй районында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөү йәһәтенән тәүге аҙымдар яһалды. Уның ҡеүәте йылына 100 мең тоннаға тиклем ҡалдыҡты эшкәртеү мөмкинлеген бирәсәк. Бөгөн ер биләмәһен теркәү йәһәтенән эш алып барыла.
Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов әйтеүенсә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге инфраструктураны үҫтереү ергә күмелгән ҡалдыҡтар күләмен кәметеү, экологияны яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк.
Фото: ufaved.info
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: