Бөтә яңылыҡтар
Экология
2 Май 2020, 15:15

Экология диктанты яҙҙылар

Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусылары экология буйынса белемдәрен тикшерҙе

Башҡортостан Республикаһындағы Рус география йәмғиәте төбәк бүлеге республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә апрелдең һуңғы көнөндә 5-11-се класс уҡыусылары өсөн республика мәктәп экология онлайн-диктантын үткәрҙе. Уҡыусылар Рус география йәмғиәте сайтында теркәлеп, экология тематикаһына ҡағылышлы 30 һорауға 40 минут эсендә яуап бирергә тейеш ине. Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусылары ла был сарала әүҙем ҡатнашты.
Белем усағының биология һәм химия уҡытыусыһы Алия Мөхтәсәр ҡыҙы Сафина уҡытҡан 8В, 10А, 10Б, 11В класс уҡыусылары сайтта теркәлеп, үҙҙәренең экология буйынса белемдәрен тикшерә һәм күбеһе юғары һөҙөмтәләргә ирешә. 10Б класынан Регина Тәфтиева (80 балл), Айһылыу Хәйерзаманова (73 балл), Максим Прохоров (71 балл), Илнар Исмәғилев (72 балл), Ләйсән Ниғәмәтйәнова (73 балл), 8В класынан Илдус Насртдинов (79 балл), Алмаз Хәйерзаманов (65 балл), 10А класынан Алһыу Ғарипова (70 балл), Илмир Ғәйбәтов (78 балл), Азамат Ғиниәтов (77 бал), Фирзәр Мортазин (75 балл), Илмир Әсләмов (62 балл), 11В-нан Юрик Асоян (61 балл) тәбиғәтте һаҡлау буйынса яҡшы белемдәрен күрһәтеп, сертификаттарға эйә була.
  • Уҡыусыларымдың һөҙөмтәләренән ҡәнәғәтмен, афариндар, сөнки һорауҙар еңелдән түгел ине. Республикабыҙҙың тәбиғәт ҡомартҡылары, тәбиғәтте һаҡлау буйынса һорауҙар бирелгәйне. Дөйөм алғанда, беҙ, Асҡын 2-се урта мәктәбенең биология һәм химия уҡытыусылары, уҡыусыларға дәрестә генә түгел, дәрестән тыш сараларҙа ла балаларҙа тәбиғәткә, тирә-йүнгә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә тырышабыҙ. Йыл да мәктәп территорияһында өлкән класс уҡыусылары менән ағастар ултыртабыҙ, экологик өмәләр ойошторабыҙ, Эко-дәрестәр һәм башҡа саралар үткәрәбеҙ, — тип һөйләне Алия Мөхтәсәр ҡыҙы.
  • Илһөйәр Махатова.
    Читайте нас: