Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Экология
18 Февраля 2020, 12:07

Ниндәй һыу эсәбеҙ икән?

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре республикалағы һыу сифаты тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Беҙҙәге һыу сифаты бер нисә йыл рәттән тотороҡло ҡала һәм ул күп йыллыҡ нормалар буйынса 3-сө, 4-се класҡа тура килә. Ә бит кире йоғонто яһаусы факторҙар ҙа юҡ түгел.
Мәҫәлән, бысраҡ һыуҙарҙың 58 проценты торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарынан ағып төшә. 25 проценты - химия предприятиеларынан, 4,8 проценты яғыулыҡ тармағында эшләүсе предприятиеларҙан.
Былтыр һыу объекттарына кире йоғонтоно кәметеүгә 700 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Финанслауҙың дөйөм суммаһы - бер миллиард һумдан ашыу. Шуның яртыһынан саҡ ҡына әҙерәге - федераль ҡаҙнанан.
Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, Өфө янындағы Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу буйынса төҙөлөштөң 3-сө, 4-се сираты тамамланған. Яңауыл ҡалаһы янында Яңауыл йылғаһы ярын да нығытҡандар.
Башҡортостан райондарында һәм Сибай ҡалаһында барлығы 10 шишмә төҙөкләндерелгән. Хәйбулла, Ауырғазы, Баҡалы, Миәкә, Саҡмағош райондарында алты гидротехник ҡоролма йүнәтелгән.
Быларҙан тыш та эш даими бара. Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған 12 милли проекттың иң мөһимдәренең береһе - "Экология" милли проекты. Уның маҡсаттарына ирешеү өсөн байтаҡ өҫтәмә проекттар ҙа эшләй. Шуларҙың береһе - "Таҙа һыу" федераль проекты.
Фото: Автор фотоһы.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас