Бөтә яңылыҡтар
Экология
31 Ғинуар 2020, 12:23

Сүп-сар проблемаһы хәл ителә

Ошо кѳндәрҙә "Эко-Сити" тѳбәк операторы Белорет районы һәм ҡалаһын заманса 4 SCANIA автомобиле, ѳр-яңы уңайлы контейнерҙар менән тәьмин итте.

Ҡапҡаслы пластик 250 евроконтейнер ҡала майҙансыҡтарына урынлаштырыла башланы ла инде. Шундай уҡ эштәр ауыл ерендә лә башҡарыла. Тиҙҙән "Эко-Сити" компанияһы районға йәнә бер сүп-сар ташыусы автомобилен ебәрәсәк. Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов әйтеүенсә, яңы контейнерҙар ѳсѳн яраҡлы майҙансыҡтар ҙа тәртипкә килтереләсәк. Етәксе бынан ары сүп-сар мәсьәләһе бер кемде лә борсомаҫ, тип белдерҙе. Әйткәндәй, 24 ғинуарҙа Белорет ҡалаһында "Эко-Сити" тѳбәк операторы сүп-сар ҡалдыҡтарын сығарыу йәһәтенән ойошмалар менән килешеү тѳҙѳү ѳсѳн күсмә ҡабул итеү ойошторҙо. "Урал" гәзите сайтына таянып әҙерләнде). Фото: "Урал" гәзите сайтынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: