Бөтә яңылыҡтар
Экология
22 Ғинуар 2020, 14:18

Ошо килеш яҙ ҙа етерме?

Ғинуар айы тип уйламаҫһың да - урамда күләүектәр йыйылып ята. Ҡасан шартлап торған ысын ҡыш булыр икән? Был көндәрҙә ошо хаҡта һөйләшмәгән кеше юҡтыр.

Был ҡышта Рәсәйҙә аномаль йылы һауа торошо һаҡлана – ул Атлантиканан килгән йылы елгә бәйле. Гидрометеорология үҙәге директоры вазифаһын башҡарған Роман Вильфанд: ”Был хәлдең оҙаҡ дауам итеүе ғәҙәти түгел. Атлантик һауа илдең Азия өлөшөндә ҡыш көнө бик һирәк килеп етә. Бында ҡышын антициклон формалаша. Ул Көнсығыш Себер антициклоны тип атала һәм ул һауа торошон да билдәләй. Себерҙә Атлантик һауа трансформациялана һәм һыуытыла, әммә барыбер һауа йылы ҡала”, - ти.
Фото:gazeta.ru
Автор: Венер Исхаҡов
Читайте нас: