“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы солтанбәктәр ауылды, шишмәләрҙе төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүлә. Әленән-әле өмәләр үткәреп, ниндәй ҙә булһа мөһим һәм файҙалы эште башҡарып ҡуя. Башҡалар эш эшләргә, төҙөкләндереүгә аҡса юҡ, техника юҡ, тип зарланғанда, солтанбәктәр йыйылышып, кәрәк булғанда халыҡтан аҡса йыйып, изге эштәр башҡара.
Ауылда әүҙем, ойоштороу һәләтенә эйә кешеләр булыуы ла һөйөнөслө. Улар һәр эштә ауыл хакимиәте башлығына ярҙам итеп, һәр башланғысты күтәреп алып, уны башҡарып, тормошҡа ашырыу өсөн арымай-талмай эшләргә әҙер. Был шишмәне төҙөкләндереүҙә бар эштәрҙе әүҙем йәмәғәтсе Алһыу Фәзнәүи ҡыҙы башлап йөрөй. Материал алыу өсөн халыҡтан аҡса йыйыуҙы ла ойоштора. Шулай берҙәм көс менән, ауылдың уңған ир-егеттәре өмәгә сығып, уңайлы баҫҡыс эшләп тә ҡуя. Иретеп йәбештереү эштәрен Азамат Хәсәнов башҡара. Ралиф Муллаянов һәм башҡалар ярҙам итә. Берҙәмлектә — көс, тип халҡыбыҙ юҡҡа ғына әйтмәгән. Афарин, солтанбәктәр!