Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Октябрь 2019, 14:13

Афарин, ҡаҙансылар!!!

Ҡаҙансы ағинәйҙәре “Йәшел Башҡортостан”ға ҡушылып, ағастар ултыртты!

Мәмдүнә Зарипова етәкләгән Ҡаҙансы ағинәйҙәренең әүҙемлеге һәм уңғанлығы тураһында яҙып торабыҙ. Бына бөгөн дә октябрь ҡояшы йылмайып торған көҙгө иртәлә улар йыйылып, бергәләшеп ауыл уртаһындағы паркка ағастар ултыртты.

— Аллаға шөкөр, бер саранан да ҡалмай, ҡатнашабыҙ. Беҙҙең Ҡаҙансы ағинәйҙәре бик уңған, рухлы, өлгөрҙәр. Ниндәй тәҡдим менән сыҡһаң да, хәҙер генә күтәреп алып, эшләп тә ҡуябыҙ. Бына ауылыбыҙҙы йәшелләндереүгә лә дәррәү килдек. Яҙ көнө лә ошо паркты асып, ағастар ултыртҡайныҡ. Әле ошонда уҡ ағас рәттәрен дауам итеп, балан, муйыл, йүкә, сирен, торндар ултырттыҡ. Йәш быуынға матур баҡса ҡалдырырға, ауылыбыҙҙы тағы ла йәмләргә теләйбеҙ, — тине Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы.

Үҙҙәренең изге эштәре менән йәштәргә матур өлгө булған ағинәйҙәргә рәхмәт белдереп, “афарин!” тиергә генә ҡала. Уларға артабан да дәрт-дарман, сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ!


Читайте нас: