– Беҙ ҡалаларҙа ҙур ағастар ултыртабыҙ, тематик аллеялар эшләйбеҙ, халыҡты йәлеп итәбеҙ тип һөйләштек. Шул уҡ ваҡытта кешеләр килеп тә, акцияла ҡатнаша алмаһа, беҙ уларҙа булған башланғысты юҡҡа сығарасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы үҙенең Хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә муниципалитеттар менән был мәсьәлә буйынса кәңәшмәләр үткәрергә ҡушты. Унда ағас ултыртыуҙың аныҡ урыны, күпме үҫенте кәрәклеге, ҡатнашыусылар һаны, халыҡты йәлеп итеү саралары ҡаралырға тейеш. Акция тамамланғас, муниципалитеттар фотоотчет бирергә тейеш.