Иҫке Ҡаҙансы ауыл Советы хакимиәте етәкселегендә мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары, техник хеҙмәткәрҙәр, дауахана, мәҙәниәт усағы, китапхана хеҙмәткәрҙәре ихлас күңелдән “Таҙа Танып” акцияһына ҡушылды. Улар бергәләп йырлай-йырлай Танып һәм Көтмәҫ буйҙарын сүп-сарҙан таҙартты.
— Бик күңелле һәм берҙәм эшләнек. Арып китһәк, йырлап та алдыҡ. Шулай тәбиғәтебеҙҙең матурлығына һоҡланып, үҙебеҙ эшләгәнгә ҡыуанып ҡайттыҡ өмәнән, — ти китапханасы Гөлфинә апай Исламова.