Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Сентябрь 2019, 16:52

Күмәкләгән — яу ҡайтарған

#АйыҡАуыл2019 #АсҡынРайоныСолтанбәктәр “Таҙа Сарс” акцияһын ойошторҙо

Йәшәгән ерҙәрен тәртиптә тотоп, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү өмәләрен үткәреүҙе матур йолаға әйләндергән Солтанбәк ауылы халҡы ла бөгөн өмәгә сыға. Был юлы мәктәп уҡытыусылары, техник хеҙмәткәрҙәр, 5-11-се класс уҡыусылары һәм ауыл Советы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ”Таҙа Сарс” акцияһын ойоштороп, Сарс йылғаһы буйҙарын, яҡындағы урамдарҙы сүп-сарҙан таҙарта. Йыйылған сүпте шунда уҡ трактор арбаһына тейәп барып, аҙаҡ махсус сүплеккә түгәләр. Шулай, бергәләп эшләгәндән һуң, тирә-яҡ таҙарып, йәмләнеп, күңелдәр күтәрелеп ҡала.

Афарин, солтанбәктәр!
Читайте нас: