Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
13 Август 2019, 20:58

Йәнә балыҡтар үлгән. Ҡайҙа?

Нимә булды һуң ул был экологияға? Башҡортостанда сираттағы тапҡыр һыу ятҡылығында балыҡтар үлеү осрағы теркәлгән.

Был юлы Ишембай районының Карасевка ауылындағы күлдә. Республиканың “Роспотребнадзор” хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, һыуҙың анализы унда бысратыусы матдәләр булыуын күрһәткән.


“Әлеге мәлдә “Роспотребнадзор” вәкилдәре ауылда йәшәгән кешеләрҙең ҡоҙоҡтарынан һәм скважиналарын һыу өлгөләрен тикшереүгә ала. Һыуҙарының сифаты насар тип иҫәпләгән Карасевка һәм Үрнәк ауылы халҡы ведомствоға мөрәжәғәт итеп, анализ яһата ала”, – тип хәбәр итәләр.


Хәтерләһәгеҙ, һуңғы ай эсендә был күпләп балыҡтар үлеменең дүртенсе осрағы. Быға тиклем Иҙәк йылғаһында, Талбазы күлендә ошондай хәлдәр теркәлгәйне. Шулай уҡ ошо көндәрҙә Өфө янындағы Ағиҙелдә майлы тап килеп сыҡҡайны.


Фото: “Башинформ”.

Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас: