Бөтә яңылыҡтар
Экология
31 Июль 2019, 16:49

Шишмәләргә бай Борай

Һыу — беҙҙең төп байлығыбыҙ. Ата-бабаларыбыҙ тәбиғәт хазинаһына бик рәхмәтле булып, һыулыҡтарға изге әйбер итеп ҡараған.Һәр йортҡа һыу үткәрелгән, кешеләр бөтә уңайлыҡтарға ирешеп ғүмер кисергән заманда шишмәләр, йылғалар ни хәлдә һуң? Уларға иғтибар һәм ихтирам бармы? Ауылдарыбыҙ шишмәләргә баймы? Беҙ уларҙың тарихын беләбеҙме?

Ҙур булмаған тау итәгенә һыйынып ултырған Бигәнәй, Ҡайынлыҡ, Сәйетбай ауылдары эргәһенән Өйә йылғаһы аға. Яҙын бер дулап, шаулап ала ла, ҡабат үҙ ярҙарына ҡайтып, ауыл кешеләре һымаҡ, сабыр ғына аға ла аға ул. Ярҙарын ҡуйы таллыҡтар ҡаплап алған, ҡыр өйрәктәре, селәндәр үҙҙәренә һыйыныу урыны тапҡан бирелә. Йәйҙәрен һыуы аҙ ғына ҡалһа ла, төрлө яҡтан килеп ҡушылған саф шишмә һыуҙары бөтөнләй һайығырға, кибергә ирек бирмәй уға.

Әйе, ауылдар шишмәләргә бик бай. Ҡайҙа көрәк төртһәң, шунда шишмә сыға беҙҙә. Сәйетбай урамдарында йәшәүселәр баҙ ҡаҙып, бәрәңге лә һала алмай, ҡойма-ҡапҡа бағаналары ла оҙаҡ ултырмай — ауа башлай.

Шишмәләребеҙҙең ҡәҙерен беләбеҙме? Йылға буйына төшөп ял иткәндән һуң ҡалған шешә, полиэтилен ҡапсыҡтар йылдар буйына серемәгәнен беләбеҙ. Тик ниңәлер, ял иткәндән һуң, сүптәрҙе йыйырға ҡулыбыҙ етмәй. Яҙҙарын ҡайтҡан аҡҡоштарға ла һоҡланабыҙ, ә улар сүплеккә оя ҡорормо? Кем йыйыштырырға тейеш сүп-сарҙы?

Балыҡҡа ла бай Өйә йылғаһы. Йыл әйләнәһенә кешеләр шунда балыҡ тота. Улар артынан ниндәй генә сүптәр ҡалмай? Ә бит балыҡсыларҙың күбеһе оло кешеләр! Уйланырға урын бар...

Шишмәләрҙе ҡарап, тәртиптә тотоусы алтын ҡуллы, изге күңелле оҫталарыбыҙ булыуы, әлбиттә, һөйөнөслө. Быйыл Мишәр башындағы шишмәне күргәс, күптәр ҡыуанғандыр. Уны Равиль Дәүләтбаев менән Роберт Сабанов матур итеп төҙөкләндереп ҡуйҙы. Шишмәнең тәнгә көс-ҡеүәт бирә торған һыуын алырға хәҙер йыраҡтарҙан да киләләр. Бындай һыу ятҡылыҡтарының ҡәҙерен белергә, уларҙы һаҡларға кәрәк. Тәбиғәттең бөйөк мөғжизәһе, тормоштоң нигеҙе булған шишмәләребеҙ йәшәһен, һайыҡмаһын. Ергә бәрәкәт, именлек теләп, мәңге сылтарып аҡһын улар.


Венира Хажиева.
Читайте нас: